Конкурсы
Фестиваль «Һарыҡ йөнө-файҙалы тәбиғи сеймал, йылы кейем»
ПОЛОЖЕНИЕ
Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Һарыҡ йөнө – файҙалы тәбиғи сеймал, йылы кейем» фестивален үткәреү буйынса
1. Төп нигеҙләмәләр
1.1. «Һарыҡ йөнө – файҙалы тәбиғи
сеймал, йылы кейем» фестиваленең (артабан Фесиваль) ойоштороусыһы –
Башҡортостан Республикаһының Учалы муниципаль районы мәҙәниәт бүлеге,
Учалы районы ағинәйҙәр ҡоро.
1.2. Фестиваль тураһында нигеҙләмә мәҙәниәт бүлегенең рәсми сайтында, Учалы
районының ағинәйҙәре ҡоро төркөмөндә урынлаштырыла.
1.3. Фестивалдең иң яҡшы эштәренә бер
нисә номинацияла
(килтерелгән ҡул эштәренең төрөнә ҡарап) I, II, III урындар бирелә
һәм дипломдар, бүләктәр тапшырыла.
1.4. Жюри иғтибарға лайыҡ эштәрҙе һайлап алып, уларға рәхмәт хаттары
тапшырырға хоҡуҡлы.
2. Фестивалдең маҡсаты һәм бурыстары
2.1. Фестивалдең маҡсаты – халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналып, милләт-ара берҙәмлекте нығытыу;
— халҡыбыҙҙың һәләтле кешеләрен асыҡлау, уларҙың ҡул
эштәрен, иҗадын танытыу, милли үҙаңды, милли рухты үҫтереү.
2.2. Ҡул эштәре араһында халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәренә тап килгәндәрен барлау. хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.
3. Фестивалдең номинациялары
Фестивалдең номинациялары: Йөндән баҫылған ҡул эштәре, йөндән бәйләнгән ҡүл эштәре, йөндән һуғылған ҡул эштәре һәм һарыҡ йөнөн файҙаланып эшләгән башҡа ҡул эштәре.
4. Фестивалдә ҡатнашыусылар
4.1. Фестивалдә 20 йәштән өлкәнерәк булған
ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
4.2. Фестивалдә ҡатнашыусылар «Фестиваль номинацияһы» шарттарына тура
килтереп, үҙ эштәре менән видеояҙманы йәки фотоһүрәттәрҙе,
заявканы ошо
электрон адресҡа folklor22@mail.ru ебәрә.
4.3.
Видеояҙма аҫтына исем-фамилияһы, ҡайҙан булыуы, йәше
яҙыла. Бәйләнеш өсөн телефон номеры заявкала күрһәтелә.
5. Фестивалде үткәреү шарттары һәм талаптары
5.1. Фестивалгә тәҡдим ителгән видеояҙманың
оҙонлоғо —
5 (биш) минуттан артмаҫҡа, фотоһүрәттәр 4-5-дә кәм булмаҫҡа тейеш.
5.2. Фестивалдә 2022 йылда эшләнгән
ҡул
эштәрен ҡатнаша.
5.3. Фестивалгә ҡул эштәре менән бергә эштең презентацияһы (5 минутҡа тиклем), бер концерт номеры, оҫталыҡ дәресенә әҙерләнеп килергә. Оҫталыҡ дәресе биреү хоҡуғы килгән заявкалар араһынан һайлап алына.
5.4. Фестиваль эштәрен ҡабул итеү осоро тамамланғандан һуң
килгән эштәр ҡаралмай.
5.5. Фестивалгә эштәр 2022 йылдың 7
ноябрҙән алып 27 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
6. Финанс яғы
6.1. Ойоштороу
иғәнәһе: бер кешенән 300 һум, коллективтан 500 һум.
6.2. Фестивалгә сығымдарҙы (транспорт, туҡланыу) конкурсант йәки коллектив үҙе ҡаплай.
7. Ойоштороу комитеты
Уҙғарыу урыны: Башҡортостан Республикаһы, Учалы районы, Илсе ауылы,
Кусербай урамы, 2.
Өҫтәмә мәғлүмәттәр алыу өсөн түбәндәге адрес һәм телефон буйынса мөрәжәғәт итергә: Учалы ҡалаһы, Строителдар урамы, 9, тел. 62196
8. Фестивалдең программаһы
8.1. Беренсе өлөш –
а)фестивалгә килгән әйберҙәрҙең кургәҙмәһе.
б) оҫталыҡ дәрестәре – 10 минутҡа тиклем.
8.2. Икенсе өлөш – ҡул эштәренәң презентацияһы (сәхнәлә экранда) – 5 минутҡа тиклем.
8.3. Үҙешмәкәр коллективтарҙан музыкаль номер.
Заявка
ФИО или НАЗВАНИЕ КОЛЛЕКТИВА | |
ФИО руководителя коллектива | |
Адрес | |
Название ручной работы | |
Количество участников | |
Телефон и электронный адрес |