«Эх, күңелле каникулдар»

Балаларҙың көҙгө каникулдары башланды. Каникулды файҙалы итеп үткәреү маҡсаты менән «Балалыҡ ун йыллығы» сиктәрендә Бәләкәй Каҙаккол ауыл Мәҙәниәт йортонда «Эх, күңелле бала саҡ» исемле сара уҙҙы. Балаларға 1936 йылда уҡ ойошторолоп барса халыҡты һөйөндөргән, мультфильмдарын бөтә донъя балалары яратып ҡараған «Союзмультфильм» ойошмаһы тураһында мәғлүмәт бирелде. Ябай ғына йәнһүрәтте үҙ ҡулдары менән дә эшләп булыу тураһында мастер-класс үткәреледе, балар үҙҙәре эшләп ҡаранылар. Аҙаҡ «Күләгә театры» әртистәре тамашасыларға»Ҡыҙыл башлыҡ», «Өс сусҡа бәрәсе» әкәиәттәрен күрһәтте.
Күңелле уйындар уйнап таралышты балалар.