Гөлләмәләр бүләк итәм…

Бөгөн Илсе ауылы ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә Ҡунаҡбай ауылы күп функциялы мәҙәниәт йортонда «Букет эшләү» оҫталыҡ дәресе үтте.

Оҫталыҡ дәресен Луиза Хажина алып барҙы. Оҫтабикәнең исеме учалыларға яҡшы таныш. Ул районыбыҙҙа билдәле татлы гөлләмәләр эшләү оҫтаһы, үҙенең ижади эштәре менән төрлө кимәлдәге күргәҙмә-конкурстарҙа маҡтаулы урындар яулаған. 

Ашай торған аҙыҡтарҙан әҙерләнгән гөлләмә матур ғына түгел, ә бөгөнгө көндә популярлыҡ яулаған үҙенсәлеклебүләк тә. Шуға күрә, барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа алған белемен киләсәктә лә ҡуллана аласаҡ.

«Шундай йылы, ихлас осрашыу күмәкләп сәй эсеү һәм артабан бергә дуҫ булып йәшәү вәғәҙәһе аҫтында тамамланды», — тине Ҡунаҡбай ауылы күп функциялы мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлфинә Йомағужина.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *